22 июндә Ғафури районында "Ер ҡото" этномәҙәни фольклор фестивале үтә

Сара халыҡ дауалаусыларын бер майҙанға йыя. Унда һәр кемгә бушлай медицина, психологик, социаль, юридик ярҙам алыу мөмкинлеге була. Фестивалдә тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, этнографтар, сертификаттары булған халыҡ табиптары ҡатнаша.  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте сараны өсөнсөгә ойоштора.