Республикала Башҡортостан башлығы өсөн тауыш биреүгә әҙерлек башланды

Кандидаттар өсөн республика халҡы 6 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем тауыш бирәсәк. Бынан тыш, ошо уҡ көндәрҙә ҡала һәм район депуттары ла һайлана. Төбәктә 10 августан кандиттар агитацияһы кампанияһы башлана, 22 июлдән мобиль һайлаусы хеҙмәттәренә ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл да бюллетендәрҙе иҫәпләү өсөн КОИБ-тар файҙаланыу ҡаралған.

Бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү өсөн 305 коиб ҡуйыла. Һәр ваҡыттағыса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн 5 махсус участка эшләйәсәк. Уларҙа брайль шрифты менән яҙылған бюллетендәр тәҡдим ителә. Башҡортостанда һайлау участкалары иртәнге 8 киске 8 тиклем эшләйәсәк.

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһының төп бурысы тауыш биреү процессын асыҡ, ғәҙел, законға ярашлы ойоштороу. Бөгөнгө көнгә һайлауҙы регламенты һәм ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса документтар теүәлләнгән, мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек тулыһынса башланды. Сәйәси кампанияның өс көн дауам итеүе тауыш биреүселәргә уңайлы мөмкинлек тыуҙырыуға бәйле.

Марат Ғәҙелов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары