Баймаҡ районы махсус хәрби операция биләмәһенә 25-се гуманитар ылау тупланы

Яҡташ яугирҙарға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм техника оҙатылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының гинекология бүлегендә эшләүсе Илүзә Йәнтүринаның тормош иптәше йылдан ашыу махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Шуға күрә ул яу яланында ихтыяж булған тауарҙар тураһында ул яҡшы белә. Был юлы яралыларҙы бәйләргә сифатлы тауарҙарҙан әҙерләнгән, санитар талаптарға яуап биргән бинттар кәрәклеген асыҡлай. Илүзәнең тәҡдимен коллегалары хуплап ала, һәм улар тиҙ арала эшкә тотона.

Яугирҙарға район ирекмәндәре аҡса йыйып “Нива” автомобиле, ике “Урал” һәм бер “Днепр” мотоциклы һатып алған. Яу яланында йөрөү өсөн ҡулайлаштырып, тейешле ремонт яһап, яңыртып буяғандар. 25-се ылау менән бергә Сыңғыҙ ауылынан эшҡыуар Булат Рәжәпов яҡташтарға үҙ йөрөшлө өсөнсө мунсаны әҙерләп оҙатты.

Һәр гуманитар ярҙам әҙерләүҙә Баймаҡ районы эшҡыуарҙары, ирекмәндәр, һалдаттарҙың туғандары үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Еңел булмаған осорҙа халыҡтың берҙәм булыуы һоҡландыра, ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Раушания Рәхимова