Башҡортостан алған юғары үҫеш темпын кәметергә ярамай

Шуға күрә Башҡортостан башлығы вазифаһына Радий Хәбировтың тәҡдим ителеүе берҙән-бер дөрөҫ юл, ти эксперттар. Төбәктә бихисап инвестиция проекттары башланып тора. Уларҙың күпселеге тормошҡа ашырыла башлаған. Аналитиктар фекеренсә, төбәк етәкселеге һәм идаралыҡ командаһы алмашыныуы был башланғыстарҙың тамамланыуына шик тыуҙыра.

Һуңғы биш йылды ғына алғанда ла бик күп башланғыстар күрергә мөмкин. Бизнес өлкәһендә ҙур күләмдә инвестициялар һалына. Әммә биш йылда уларҙы тормошҡа ашырыу, һөҙөмтәһен күреү мөмкин түгел. Был осорҙа нигеҙ һалырға ғына була. Төбәккә килгән инвестициялар әле саҡ эшләй генә башланы. Уларҙың һөҙөмтәһен бер нисә йыл үткәс һиҙәсәкбеҙ.

Рәсүл Ғосманов, иҡтисад фәндәре докторы

Пандемия, махсус хәрби операция, санкциялар шарттарында эшләү. Һуңғы биш йылда республика тотош ил кеүек үк ҙур һынау осоро кисерә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Был курсты бер нисек боҙорға ярамай, ти эксперттар.

Әле илдең эсендә лә федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса ҙур көнәркәшлек күҙәтелә. Баҫымды кәметкән төбәктәр ситтә тороп ҡаласаҡ. Радий Хәбиров билдәләгән темп Башҡортостанға ышаныслы алға барыу мөмкинлеге бирәсәк.

Данияр Абдрахманов, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы ректоры, философия фәндәре кандидаты