Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум башланды

Башҡортостан йылдағыса был күләмле йыйында үҙ стендын тәҡдим итә һәм уны ойоштороуға ижади ҡарашта. Быйыл республика форумға ҙур бер бал ҡорто рәүешендә сығыш яһай. Ул төбәктең инновация һәм үҫеш мөмкинлектәрен сағылдыра.

Иҡтисади форум -яңы бизнес коммуникациялар өсөн майҙан. Бында күләмле килешеүҙәр төҙөлә һәм проекттар тормошҡа аша. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Ҡырғыҙстандың сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлеге хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Уға ярашлы ике яҡта ла берҙәм предприятиелар булдырыу ҡарала.

Берҙәм предприятиелар төҙөү һәм етештерелгән тауарҙарҙы халыҡ-ара сауҙаға сығарыу тураһында килештек. Яҡын арала ике яҡта ла бизнес миссиялар ойоштороласаҡ. Унда эшҡыуарҙар берҙәм хеҙмәттәшлек юлдарын барлаясаҡ.

Данил Ибраев, Ҡырғыҙстандың сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты

Йәмғеһе төбәк етәкселеге иҡтисад, сәнәғәт һәм транспорт өлкәһендә 20 килешеү төҙөргә ниәтләнә. Форум үҙе дүрт көн дауам итә. Унда Радий Хәбировтың да ҡатнашыуы көтөлә. Быйыл Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум быға тиклемгеләренән күпкә күләмлерәк буласаҡ. Унда 139 сит илдән 18 мең кеше киләсәк.