Радий Хәбиров төбәктә медицина колледждары селтәрен киңәйтеү тураһында яҙып сыҡты

Уның белдереүенсә, республикала йәштәр үҙебеҙҙә белем алһын өсөн күп эшләнә. «Һуңғы ике йылда төбәктә ихтыяж юғары булған медицина профессияларына уҡытыу мөмкинлеге һиҙелеп киңәйтелде.

2022 йылдан «Дауалау», «Шәфҡәт туташы», «Акушерлыҡ» йүнәлештәре буйынса медицина колледждарында һәм уларҙың Октябрьский, Учалы, Нефтекама һәм Мәсәғүттәге филиалдарында уҡыталар. Яңы йүнәлештәр шулай уҡ Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә лә булдырылды. Быйыл беҙҙең колледждар 250 абитуриент ҡабул итергә әҙер.» тип белдергән төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров шулай уҡ республика медицина учреждениелары өсөн йылдан-йыл йәш белгестәр һаны артыуын да билдәләгән. Быйыл Башҡортостан медколледждарын һәм уларҙың филиалдарын 1900 кеше тамамлаһа, 2025 йылда улар - 2700, 2026 йылда - 3200 белгескә етәсәк.