Туймазы районы Ҡандра ауылындағы Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы сираттағы тарихи экспонаттар менән тулыланды. Был юлы ла экспозицияны байытыуға «Хәтмулла Солтанов исемендәге Ватанды һаҡлаусылар тураһында халыҡ иҫтәлеге» эҙәрмәндәр отряды өлөш индергән. Улар күптән түгел Волгоград өлкәһенә сәйәхәттән ҡайтҡан. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Хәтмулла Солтанов исемен йөрөткән эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарын эҙләү һәм уларҙы хөрмәтләп ерләү менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә генә меңдәрсә яугирҙың шәхесе асыҡланған. Быйыл ғына мәҫәлән, туймазылар 28 һалдаттың исемен асыҡлауҙа ҡатнашҡан.
Әлбиттә, эҙәрмәндәргә табылған яугирҙарҙың шәхесен билдәләү еңелдән бирелмәй. Шуға ҡарамаҫтан, улар һәр деталгә, табылған артефакт әйберҙең һәммәһенә иғтибар итергә тырыша.
Ғөмүмән, эҙәрмәндәр отрядының уңышлы эшмәкәрлеге Ринат Мофаззалов менән бәйле. Уның тырышлығында мәктәп уҡыусылары 18 тапҡыр Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара кимәлдә ойошторолған «Хәтер вахта»ларында ҡатнашҡан. Бөгөн улар тарафынан табылған күпселек артефакт әйберҙәр Ҡандра музейында урын алған.
Әйткәндәй, эҙәрмәндәр отрядының тап Хәтмулла Солтанов исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте тотош ил кимәлендә танылыу алған. Дан орденының тулы кавалеры, нефть сығарыу сәнәғәте отличнигының тыуыуына июлдә 100 йыл тулыуға бәйле күләмле саралар ҙа көтөлә.
Азат Ғәлиуллин