Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында һынлы сәнғәт һәм медиа буйынса ике студия асылды

«Атайсал» проекты сиктәрендә Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында һынлы сәнғәт һәм медиа буйынса ике студия асылды. Кабинеттарҙы ремонтлап, заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыуға бағыусы 1 миллион һум аҡса йүнәлткән. Үҫеп килгән быуын өсөн булдырылған яңы майҙансыҡтар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыуға айырыуса иғтибар бүленә. Белем усағында Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы эшләй. Быға тиклем музыка буйынса өҫтәмә дәрестәр алып барылһа, хәҙер өҫтәп һынлы сәнғәт студияһы ойошторолдо. Өҫтәмә белем программаһын үтергә теләүселәр күп.

Лицейҙа һынлы сәнғәт студияһын ойошторорға эшҡыуар Муса Мәзитов ярҙам иткән. Ул үҙе лә ҡасандыр ошо белем усағында уҡыған. Йылдар үткәндән һуң мәғариф учреждениеһына күрһәтелгән бағыусылыҡ эше уның уҡытыусыларға булған ихтирам билдәһе.

Һынлы сәнғәт студияһы асылыуға шатмын - хәҙер юғары уҡыу йортона тиклем лицейҙа уҡ ижади һәләттәрҙе нығытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Беҙҙең менән тәжрибәле белгестәр эшләйәсәк. Киләсәктә архитектор йә рәсем уҡытыусыһы булырға теләйем.

Хәдиджа Арыҫланова, Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы

Бағыусы ярҙамы менән мәктәптә медиастудия ла асылды. Бында тауыш яҙҙырыу, фото-видео төшөрөү һәм монтаж яһау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Изге эштәр бының менән генә сикләнмәй, мәктәп етәкселеге эшҡыуар менән бергә тағы ла берҙәм социаль проекттар тормошҡа ашырырға иҫәп тота. Әйткәндәй, лицейҙа сәнғәт мәктәбе филиалы ойоштороу тәҡдиме менән тәүгеләрҙән булып Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сыҡҡайны.

Һынлы сәнғәт һәм медиа студияларҙа тик лицей уҡыусылары ғына шөғөлләнәсәк. Йәйге каникул башланыуға ҡарамаҫтан, ижад һөйөүселәр тантаналы сарала әүҙем ҡатнашып, яңы майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға оло рәхмәтен белдерҙе

Гөлназ Хәйбуллина