Конструкция элементтары «Тассос» ятҡылығының тәбиғи ташынан эшләнгән. Был айҙа Грециянан тағы ла республикаға аҡ мәрмәр тейәгән 6 йөк машинаһы килеүе көтөлә. Материалдар тәүҙә иман йорто манараларын төҙөп бөтөүгә, унан һуң тыш яҡтан биҙәкләүгә тотоноласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалалағы «Әр-Рахим» йәмиғ мәсетенә 2006 йылда нигеҙ һалына. Төҙөлөш төрлө сәбәптәр арҡаһында ҙур тотҡарлыҡтар менән алып барылды. 2023 йылдың сентябрендә төбәк башлығы эште тергеҙеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.