Ҡытай һәм Үзбәкстан студенттары Башҡортостанда белем аласаҡ

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында фән һәм мәғариф өлкәһендә килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Ҡытайҙың Сычуань провинцияһынан Чуньхуэй Мәғариф төркөмө, шулай уҡ Үзбәкстандың Жизах өлкәһе етәкселеге араһында хеҙмәттәшлек булдырылды. Сит ил студенттары Башҡортостанға килеп рус телен өйрәнеп юғары белем ала, йәки инглиз телле программа буйынса уҡый. Петербург форумында Башҡортостан стенды тәҡдим ителгән.