Беҙҙең республика стенды ҙур бал ҡорто рәүешендә эшләнгән. Бында алдынғы технологиялар һәм асыштар тәҡдим ителә. Форум барышында Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡырғыҙстан эшҡыуарҙар һәм сәнәғәтселәр союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул экспорт-импорт, туристик, инвестицион-финанс тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән. Быйылғы Петербург форумында БРИКС, ШОС һәм ЕАЭС илдәре менән бәйләнештәрҙе нығытыуға иғтибар бирелә. Беҙҙең республика әле 85 дәүләт менән әүҙем сауҙа алып бара. Улар араһында Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Бразилия бар.