Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Генераль йыйыштырыу” проекты тормошҡа ашырыла. Республикала рөхсәтһеҙ сүплектәрҙең күбеһе юҡ ителгән. Әле исемлектә 200-ҙән ашыу объект ҡала. Биләмәләрҙе таҙартып эшкәртеү өсөн федераль аҡса йәлеп итеү ҡарала. Бының өсөн документтар әҙерләнә.