Өфө мәктәптәрен тамамлаусы 14 уҡыусы химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Иң уңышлы эштәр баш ҡаланың 5-се лицейы, 18-се мәктәбе, 39-сы гимназияһы, шулай уҡ Октябрь районы мәғариф учреждениеларында яҙылған. Дөйөм алғанда, Өфөлә Берҙәм дәүләт имтиханын 4300-ҙән ашыу уҡыусы тапшыра.
Уҡыусылар профилле математика, йәмәғәт фәндәре һәм информатикаға өҫтөнлөк биргән. Уларҙың ҡайһы берҙәре тормоштарын медицина менән бәйләргә ниәтләй. Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән уҡыусылары имтиханды 100 балға тапшырған уҡытыусылар 50 мең һум күләмендә премия менән бүләкләнә.
Юғары балл йыйып республика вуздарына уҡырға ингән уҡыусылар 150 мең һум күләмендә дәртләндереү премияһы аласаҡ. Йәмғеһе, быйыл республикала химиянан 100 балл йыйыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылған - улар 45-кә еткән. Былтыр химияны 18 уҡыусы 100 балға тапшырған булған.