Башҡортостанда Мерәҫем йылғаһы аша күпер ремонтлана

Транспорт һәм юл  хужалығы  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел районында эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы алып барыла. Бының өсөн 36 миллион һум тотонола.  Яугилде  ауылы  янындағы объектта  ремонтты 2025 йыл аҙағында тамамлау көтөлә.