Республиканың 9 муниципалитет хужалыҡтары сенаж әҙерләүгә төшкән

Барлығы ике мең ярым гектар майҙанда үлән сабылған. Стәрлетамаҡ районында тәүгеләрҙән булып «Рощинский» ауыл хужалығы предприятиеһы ялан эштәрен башлаған. Мал аҙығы кампанияһы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Мал аҙығы культураһы - люцернаны миҙгел эсендә бер нисә тапҡыр сабалар. Тәүгеһендә - сәскә атыр алдынан, бөрөләнгән ваҡытында. Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» предприятиеһы агрономдары билдәләүенсә, үҫемлек өлгөргән, туҡлыҡлы, файҙалы элементтарҡа бай мәле. Ярты быуатҡа яҡын механизатор булып эшләгән Файыҡ Ҡаҙаҡбаев та йәшел массаның сифаты яҡшы булыуын билдәләй.

Хужалыҡта мал аҙығын әҙерләүгә етди иғтибар бүленә. Мең ярым гектар майҙанда күп һәм бер йыллыҡ үләндәр, кукуруз сабыласаҡ. Ауыл эшсәндәре иртә менән яланда. Сенаж һалып бөткәндән һуң, бесәнгә төшәһе бар. Трактор-агрегаттар тулы ҡеүәттә эшләй.

Сенаж әҙерләүселәр ваҡыт ҡәҙерен яҡшы белә, яйларға ярамай. Үләнде өлгөргәс тә сабыу - икенсе тапҡыр яланға сыҡҡанда ла гектар ҡеүәте яҡшы булыуға ишара.

Стәрлетамаҡ районында мал аҙығы культуралары майҙаны 11 гектарҙан ашыу, уларҙың яртыһы күп йыллыҡ үләндәр. Быйыл хужалыҡтар 68-әр мең тонна сенаж һәм силос, 38 мең тонна бесән әҙерләргә иҫәп тота.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы хужалыҡтарҙы үлән сабыу, сенаж әҙерләүгә яуаплы ҡарарға саҡыра. Бер шартлы баш малға кәмендә 26 центнер мал аҙығы тура килергә тейеш.

Стәрлетамаҡ районына килгәндә, эре хужалыҡтар мал аҙығын әҙерләгәндә ғилми консультациялар ҙа ойошторған. Ни тиһәң дә, малды дөрөҫ туҡландырыу етештерелгән һөт һәм ит күрһәткестәренең артыуына булышлыҡ итә.

Гөлназ Хәйбуллина