Баймаҡ ҡалаһының 5‐се мәктәбендә мәктәп лагеры эшләй башланы

Йәйге каникулды - файҙа менән. Баймаҡ ҡалаһының 5‐се мәктәбендә балаларҙың 21 көнлөк мәктәп яны лагеры эшләй. Экологтар көнөнә арналған сараны БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Майҙың һуңғы көндәрендә ҡаланың 5-се мәктәбендә “Дуҫлыҡ” ял лагеры эш башланы. 6 отрядта барлығы 120 бала ял итә. Вожатыйҙар - мәктәп уҡытыусылары. Улар көн һайын уҡыусыларға төрлө тематик саралар, осрашыуҙар ойоштора, көн торошона ҡарап саф һауала уйындар уйната.

Уҡыусылар лагерҙа иртәнге туғыҙҙан көндөҙгө өскә тиклем. Балалар ике тапҡыр туҡлана. Иртәнге күнекмә, сәйҙән һуң балалар мәктәп баҡсаһында эшләй, төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнаша. Экологтар көнө уңайынан “Йәш натуралистар” станцияһы педагогтары уҡыусылар менән бергә тәжрибәләр үткәрҙе, уйындар ойошторҙо.

Лагерҙа 2 вожатый, 6 тәрбиәсе, инструктор эшләй. Уҡыусылар йәйге каникулын файҙалы, күңелле үткәрһен өсөн хеҙмәткәрҙәр бар көсөн һала. Төшкә тиклем балаларҙың ял сәғәттәрен мәктәп лагерҙарында үткәреүе ата-әсәләр өсөн дә бик уңайлы.

Раушания Рәхимова