Өфөлә ағас һындар эшләү буйынса конкурс башланды

Республика район-ҡалаларынан ете оҫта үҙ композициялары өҫтөндә эшләй. Тематикаһы баш ҡаланың 450 йыллығына арнала. Эш өсөн материал итеп Өфөлә санитар өмәләрҙә бысылған тирәктәр файҙаланыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Учалы районынан Динар Сәйфетдинов ағас һырлау менән бала саҡтан мауыға. Оҫталығын камиллаштырыу өсөн тәүҙә Учалы сәнғәт колледжын, артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Бөгөн ул үҙ эшенең оҫтаһы. Әлеге проект уның сираттағы күләмле ижад емеше.

Көн ел-ямғырлы булһынмы, ҡояш ҡыҙҙырһынмы скульпторҙар ижади шөғөлөнән айырылмай. Конкурс ваҡыты ла тығыҙ. Шуға эште тиҙерәк тамамлау мөһим. Конкурстың тематикаһы Өфөнөң 450 йыллығына арнала. Ул башлыса милли колоритҡа йүнәлтелгән. Һәр кем фантазияһына таянып юбилейға үҙ өлөшөн индермәксе.

Композиция өсөн материалдар ҙа әллә ҡайҙан ситтә килтерелмәгән. Ә ҡаланы санитар таҙартыу өмәләрендә бысылған тирәктәр файҙаланыла. Әлбиттә, был төр ағас рәссамға нисек кенә ауыр бирелмәһен, маҡсат һөҙөмтәле тамамлана тип әйтергә мөмкин.

Тик ҡул аҫтындағы эш ҡоралдарының үткер булыуы ла шарт. Тирәк менән эш иткәндә бигерәк тә. Башҡа ағастарҙан айырмалы ҡоралдар тиҙ үтмәҫләнә.

Азат Ғәлиуллин