Бөгөн бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулды. Иҫтәлекле дата уңайынан Көйөргәҙе районында байрам саралары үтте. 45 йыл элек төбәктең Шабағыш ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рафиҡ Әминев башланғысы менән Пушкин музейы асыла. Шул ваҡыттан алып ҙур булмаған коллекция бермә-бер арта. Бөгөн музей фондында - 40 меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә. Мәҫәлән, бында шағирҙың 86 телдә йыйынтыҡтары һаҡлана. Бөгөн музей тарихи-мәҙәни комплексҡа әүерелгән. 2015 йылда бөйөк рус шағирына һәйкәл дә ҡуйылған.
Бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала ла «Пушкинды уҡыйбыҙ» тип аталған шиғриәт сәғәте үтте. Ижади кисәлә яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар һәм артистар, шулай уҡ ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты.