Радий Хәбиров Үзбәкстан вәкилдәре менән осрашты

Ике республика делегациялары Петербург иҡтисади форумында ҡатнаша Радий Хәбиров белдереүенсә, Үзбәкстандың ҡайһы бер төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештәр урынлашҡан, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса эш алып барыла. Тауар әйләнешен арттырыу, сәнәғәт кооперация булдырыу, мәғарифтә бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылған. Иң ҙур проекттарҙың береһе - Ташкент өлкәһендә Башҡортостан менән берлектә технопарк булдырыу.