Өфөлә театралдар аллеяһына нигеҙ һалынды

Экоакция Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙары фестивалендә Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтте. Илдең төрлө төбәктәренән килгән 16 ижади коллектив бында сараның символы булған миләш ултыртты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙарының XXI фестивале аҙна башында старт алғайны. Тамашасылар төрлө спектаклдәр ҡараны, театраль лабораториялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Экоакция фестивалдең матур йолаларының береһе.