Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы «РВ-1 Радиоэлектрон технопаркы» идарасы компанияһы һәм «Милли технологик инициатива платформаһы» менән килешеү төҙөнө. Ул төбәктә пилотһыҙ авиасистемалар тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Төбәк ғилми-производство үҙәге ойошторола. Бынан тыш, буласаҡ белгестәрҙе уҡытыуға йүнәлтелгән берлектәге яңы белем биреү программалары әҙерләнә.