Башҡортостан нотариаль палатаһы ойошторолоуға 30 йыл

Юбилей дата уңайынан тармаҡ белгестәре Республика менән идара итеү үҙәгендә фекер алышты. Осрашыуҙа нотариус хеҙмәттәрен һанлы форматҡа күсереү, граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреү, килешеүҙәрҙе дистанцион форматта төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың нотариаль берләшмәһе 1994 йылда ойошторола. Уның составында тәү башлап 23 нотариус эш башлай, бөгөн унда 195 ағза иҫәпләнә. Йылына республика нотариустары 900 мең самаһы юридик акт ҡабул итә.

Түңәрәк өҫтәлдә республика нотариаль палатаһының утыҙ йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, заман талаптарын иҫәпкә алып яңы маҡсаттар билдәләнде. Нотариаль хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу осоронда тәжрибә уртаҡлашыу, юридик белемде камиллаштырыу мөһим.

Ирина Сухова, Башҡортостандың нотариаль палатаһы президенты