Уларҙы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында илдең алдынғы хирургтары яһаны. Яңы алымдар, шул иҫәптән фемтолазер технологияһының трансляцияһы «Көнсығыш-көнбайыш» Халыҡ-ара конференцияһы сиктәрендә күрһәтелде. «Торатау» Конгресс-холында Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән табиптар йыйылғайны. Сарала ҡатнашыусылар күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләренә арналған сессияларҙа ла сығыш яһаны.