Башҡортостан менән инвесторҙар ҡыҙыҡһына

Башҡортостан менән ҡыҙыуһыныусылар, беҙҙең республика  менән эшләргә  теләүселәр бар. Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эш һөҙөмтәләрен баһаланы. Милли рейтингта юғарыраҡ урын алдыҡ. Был ҙур команданың берҙәм эш һөҙөмтәһе тине Радий  Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта беҙҙең республика 3-сө урын алды. Былтыр 4-се баҫҡыста ине. Төбәктәрҙәге инвестиция мөхитен баһалағанда 70-кә яҡын күрһәткес иҫәпкә алына. Башҡортостанда һәр береһе буйынса ентекле эш башҡарыла. “Был иһә республикаға уңыш яуларға ярҙам итте”, - тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Милли рейтингта беренсе урында Мәскәү, икенселә – Татарстан. Мәскәү һәм Төмән өлкәләре Башҡортостан менән өсөнсө урынды бүлеште.Петербургта  иҡтисади форум бөгөн дә  дауам итә.