Быйыл Башҡортостандан сит илдәргә 260 мең тонна иген һатылған

  Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, продукция 19 дәүләткә  оҙатылған.  Афғанстан, Бельгия, Беларусь, Германия, Грузия, Дания, Иран һәм  башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек  булдырылған. Беҙҙең республиканан бойҙай, арпа,  етен, борсаҡ, һоло   һатып алғандар.