Республика депутаттары прогрессив һалым түләү тәртибен хупланы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында федераль ҡанун проекты ҡаралды. Уға ярашлы юғары килемле кешеләр күберәк һалым түләй. Закон проекты буйынса айына 200 мең һумдан кәмерәк табыш алғандарҙан элеккесә 13 процент алып ҡалына. Байыраҡ кешеләр килеменә ҡарап 15 проценттан 22 процентҡа тиклем һалым түләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн бындай үҙгәреш ҡағылмай.