Европаның йөрәгендә ҡыҙыл байраҡ. 9 июндә Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмө көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң Еңеү паркында тантаналы митинг үтте. Сараға төрлө йылдарҙа хәрби бурысын үтәгән ветерандар һәм хеҙмәттәштәр йыйылды.
Германияла совет ғәскәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышынан һуң фашистик режим эҙемтәләрен бөтөрөү һәм СССР-ҙың көнбайыш сиктәрен дошман баҫып инеүҙән һаҡлау өсөн ойошторола. 1989 йылда Берлин диуары емерелгәндән һуң беҙҙең ғәскәрҙәрҙе ҡайтарыу башлана. Сит илдә Башҡортостандан да бик күп ир-егеттәр хеҙмәт итә. Бындай хоҡуҡ менән яҡшы уҡыған, спорт менән шөғөлләнгән, психик яҡтан тотороҡло һәм хөкөм ителмәгәндәр генә файҙалана алған.
Көнбайыш ғәскәрҙәр төркөмөн сығарыу хөрмәтенә хушлашыу хәрби парады 1994 йылдың 12 июнендә Вюнсдорфта үтә. Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң хәрби берләшмәләрҙең һәм частарҙың күбеһе тарҡатыла. Рәсми рәүештә көнбайыш ғәскәрҙәр төркөмө 1994 йылдың 31 авгусында йәшәүҙән туҡтай. Әммә унда хеҙмәт иткән ветерандар бөгөн дә иҫтәлекле датаны - 9 июнде хәтерләй. Йыл һайын илебеҙҙең төрлө ҡалаларында был көндө осрашыуҙар һәм хәтер кисәләре үтә.