Башҡортостандың нотариаль палатаһы 30 йыллығын билдәләне

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында үткән тантана тармаҡта эшләгән белгестәрҙе бергә йыйҙы. Осрашыуҙа хеҙмәт алдынғылары, ойошма үҫешенә тос өлөш индергән белгестәр бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Башҡортостандың нотариаль берләшмәһе 1994 йылда ойошторола. Уның составында тәүҙә 23 нотариус эш башлай, бөгөн 195 ағза иҫәпләнә. Йылына республика нотариустары 900 мең самаһы юридик акт ҡабул итә.