Иглин районы Кәлтә ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды

Республиканың тағы ла 13 ауылы халҡы заманса һәм уңайлыҡтары булған бинала сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Иглин районы Кәлтә ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды. Был мөмкинлек «Cәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу ярҙамында булдырылды. Быға тиклем ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләгән, әммә ул 1978 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы шарттарҙа күрһәтелгән сифатлы беренсел медицина ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.

13 ауылда йәшәгән 1427 кеше өсөн дөйөм практика табибы офисын асыу-күптән көтөп алынған ваҡиға.Федераль программа Башҡортостанда Республика Башлығы, хөкүмәт һәм һаулыҡ Һаҡлау министрлығы ярҙамында уңышлы тормошҡа ашырылды. Дөйөм практика табибының яңы офисында Кәлтә һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған уңайлы бинала сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ.

Ил президенты, республика Башлығы ярҙамында беҙгә, йәш белгестә киң мөмкинлектәр асыла. Халыҡ та дауаланыу өсөн алыҫҡа йөрөмәйәсәк. Ауылдарҙа медицина хеҙмәтләндереүен күтәргәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бөтә халыҡ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Динә Ҡолаҙина, табип-терапевт

Бында вакцинация үтергә, табиптарҙан консультация алырға мөмкин. Пациенттарҙы терапевт, балалар табибы, стоматолог, фельдшер ҡабул итә.

Яңы асылған офиста 12 кабинет. Стоматологтан халыҡ өҙөлмәй. Был кабинет Кәлтә ауыл биләмәһе халҡы араһында иң популяры. Бында пациенттар тештәрен Юрий Чапрыгин дауалай.

Элек бер нәмә лә булмаған, тип әйтергә була. Хәҙер пациенттарҙы заманса ҡорамалдар ярҙамында дауалайбыҙ. Кәлтә ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙән тыш, күршеләребеҙҙе лә хеҙмәтләндерәбеҙ. 

Юрий Чапрыгин, теш табибы

Өлкән быуын вәкилдәре лә яңы шарттарҙа дауалана алыуҙарына шат.

Кәлтәлә дөйөм практика табибының яңы офисы асылыуы төпкәлдә йәшәгән ауыл кешеләренә сифатлы беренсел медицина ярҙамын күрһәтеү, сирҙәрҙе алдан асыҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Был үҙ сиратында халыҡтың ғүмерен арттырып, демографик хәлде лә яҡшыртасаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова