Премьер-министр Андрей Назаров район һәм ҡала башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы. - Республика Башлығы быйыл кәмендә 200 ҡомлоҡ әҙерләргә ҡушты. Әлегә 148 пляж асылған. Төп маҡсат - һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтары кәметеү, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү, - тине Премьер-министр. Рәсми һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар дежур итә.