Бөрйән районы Күҙәмбәт яланында һабан байрамы үтте

Һабантуйҙа ауыл биләмәләре араһында тирмәләр ярышы, милли уйындар, спорт ярыштары ойошторолдо. Таулы-урманлы зонала урынлашҡан Бөрйән районында ауыл хужалығы культуралары баҫыуҙары ҙур түгел, булған майҙандарҙа сәсеү эштәре ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарылған. Әммә Бөрйәндә ауыл хужалығының мөһим тармағы умартасылыҡ үҫешкән. Төбәк солоҡ балы менән дан тота. Тирмәләрҙәге күп экспозициялар ҙа ерле халыҡтың ошо кәсебе менән бәйле.

Шулай уҡ майҙанда милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, боронғо көнкүреш әйберҙәре сағылыш тапҡан. Халыҡ айырыуса милли көрәште, ат сабышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Илнар Салауатов бәйгелә йыл һайын ҡатнаша. Һабантуй хеҙмәт кешеһен данлау, халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни хазиналарын һаҡлау, быуындар күсәгилешлеген нығытыу байрамы, ти Илнар Айрат улы.