Башҡортостан инвестиция порталының мобиль ҡушымтаһы булдырыла

Һанлы үҫеш министры Геннадий  Разумикин белдереүенсә, бында грант, субсидия алыу буйынса сервистар менән күптәр файҙалана. Бөтәһе  24 электрон сервис эшләй. Һатып алыу мөмкин булған 9 меңдән ашыу объект тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Башҡортостан инвестиция порталы  2019 йылдан алып эшләп килә.