Башҡортостанда "Баҫыу көндәре"н уҙғарыу ваҡыты аталды

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бындай йыйындар июлдә башлана. 12-еһендә Шишмә районында орлоҡсолоҡ мәсьәләләре ҡарала. Унан һуң кәңәшмәләр Нуриман, Дәүләкән, Бүздәк, Әбйәлил, Йәрмәкәй һәм  Ауырғазы райондарында  уҙғарыла.