Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников белдереүенсә, төҙөлөш-монтаж эштәренең күп өлөшө башҡарылған. Бинаның эсен биҙәкләү, биләмәне тәртипкә килтереү башланған. “Тиҙҙән пансионаттың яңы корпусы асыла. Оло йәштәгеләр өсөн уңайлы бүлмәләр, тамаша залы, йәйге веранда, бассейн әҙерләнә”, - тигән хакимиәт башлығы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров геронтология үҙәген мөһим объекттарҙың береһе тип атаны. “Именлек” пасионаты “Демография” милли проекты буйынса һалына.