Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан яңы арт-объект ҡуйылды

Ул Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов хәбәр итеүенсә, Машина төҙөүселәр урамындағы 6-сы йорт янына йомшаҡ һыуһар һыны урынлаштырылған. Күкрәгендә аҡ табы бар, ул йөрәкте хәтерләтә. Фоторәсемгә төшөргә килегеҙ, тигән хакимиәт башлығы. Һыуһар Өфө гербына төшөрөлгән. Ул баш ҡаланың символы иҫәпләнә.