«Өфө» футбол клубы юғалтҡан позицияларын ҡайтарырға ынтылып үҙ маҡсатына иреште. Был хаҡта баш ҡала командаһы баш тренеры Евгений Харлачев миҙгел йомғаҡтарына арналған интервьюһында белдерҙе. Яҡташтарыбыҙ икенсе лиганың һуңғы турында Волгоградтың «Роторы»н ҡабул итте. Осрашыу 0-0 иҫәбе менән тамамланды. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса «Өфө» клубы 33 мәрәй менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысын биләне. Был уңыш яҡташтарыбыҙға тарихта тәүге тапҡыр алтын миҙал менән кубок килтерҙе. Шулай уҡ Башҡортостан командаһы киләһе миҙгелдә Футбол милли лигаһында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.