Радий Хәбиров Башҡортостан башлығына һайлауҙа кандидат булараҡ ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырҙы

Республиканың үҙәк һайлау комиссияһы уға теркәү тураһында документ бирҙе. Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде. Төбәк башлығын һайлау өс көн - 6 сентәбрҙән алып 8 сентябргә тиклем үтә. Радий Хәбиров артабан ҡатмарлы һайлау алды эше тороуын билдәләне.