Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан Темәс психоневрология интернатында концерт ойошторолдо

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан билдәле опера йырсыһы Вилдан Абраров Темәс психоневрология интернаты коллективына матур ял минуттары бүләк итте. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арналған байрамдан беҙҙең киләһе репортаж.

Темәс психоневрология интернаты, Түбә ауылының ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары айҡанлы йөкмәткеле концерт программаһы менән тәбрикләнде. Эшен яратып башҡарған, оло быуын вәкилдәрен ярҙамдан, йылы һүҙҙән өҙмәгән изге һөнәр эйәләренә рәхмәт хаттары тапшырылды

Гөлкәй Сирбаева - 30 йыл һайлаған һөнәренә тоғро. Ул Темәс психоневрология интернатының “Мәрхәмәтлек” бүлеге ауырыуҙарын ҡараусы хеҙмәткәр булып эшләй. Ҡурсалауға мохтаждарҙы үҙенең яғымлы, наҙлы ҡарашы менән дә дауалай.

Социаль хеҙмәткәр - ябай һөнәр түгел. Ауыр тормош хәленә тарыған, йәмғиәттә яҡлау талап ителгәндәрҙең көнкүреш һәм матди шарттарын яҡшыртыу, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, өлкәндәр, яңғыҙ йәшәүселәр, етем балалар - барыһы ла уларҙың иғтибар үҙәгендә.

Раушания Рәхимова