Мәскәүҙә «Башҡортостандың халыҡ геройҙары»на арналған мәҙәни-тарихи фекер алышыу үтте

Республиканың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Башҡортостандың халыҡ геройҙары»на арналған мәҙәни-тарихи фекер алышыу үтте. Ул башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға бағышланды.

Сарала ҡатнашыусылар Салауаттың хәҙерге йәмғиәттә тарихи әһәмиәтен билдәләне. Улар халыҡ геройҙары феномены, Өфөлә һәйкәл төҙөү тарихы, шулай уҡ художестволы әҫәрҙәрҙә һәм сәнғәттә Салауат Юлаев образына туҡталды. Бынан тыш, сығыш яһаусылар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тормошона байҡау яһаны. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирына һәйкәл авторы Салауат Щербаков мемориалдың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне. Кисәнең музыкаль-әҙәби өлөшөндә Салауат Юлаевтың шиғырҙары, Заһир Исмәғилевтың халыҡ геройы һәм сәсән хөрмәтенә арналған операһынан ария һәм увертюра яңғыраны.