БСТ каналынан бер юлы ике коллегабыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Өфөнөң Совет майҙанында уҙғарылған тантанала «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең баш белгесе Гөлдәриә Йосопова менән махсус хәбәрсе Рәмзиә Кәримованың утыҙ йылдан ашыу телевидениеға тоғро хеҙмәте юғары награда менән билдәләнде. Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикаға фиҙаҡәрлек күрһәткән биш тиҫтәгә яҡын замандашыбыҙҙы тәбрикләне. Дәүләт наградаларын алыусылар менән БЮТ ижади төркөмө лә әңгәмәләште. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡорт телевидениеһына, тамашасыларға булған тоғролоҡ, фиҙаҡәр хеҙмәткә - лайыҡлы баһа. «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова менән баш белгес Гөлдәриә Йосопова хәҙер ғорур рәүештә Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исемен йөрөтә. Өфөнөң тарихи үҙәгендә тотош телеканал өсөн икеләтә ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Өфөнөң Совет майҙанында БСТ каналының «Йома» тапшырыуы алып барыусы Морат Лоҡмановты ла тәбрикләнеләр. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡулынан ул Башҡортостандың Почет грамотаһын алды.
Уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, инженерҙар - төрлө һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы тыуған ил, республикаға ҡарата һөйөү, тоғро хеҙмәт берләштерә. Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырғанда ла һәр ҡайһыһына оло рәхмәтен белдерҙе.
Былтыр июлдә Белорет районында урман янғынында ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашҡан КА-32 вертолеты экипажының ҡаһарманлығы ла юғары баһаланды. Бортмеханик Александр Богданович һәм пилот-инструктор Виталий Дорошин «Үлемдән ҡотҡарған өсөн» миҙал менән бүләкләнде. Танылған ғалим, хирург Вил Тимепбулатовҡа иһә Башҡортостандың халыҡ табибы тигән маҡтаулы исем бирелде.
Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға - ҡаһарман яҡташтарыбыҙға ла орден-миҙалдар тапшырылды. Бөрө ҡалаһынан тәжрибәле педагог Флидә Ғайсина ла илһөйәрҙәр быуыны менән ғорурланыуын билдәләй.
Тантанала гуманитар ылау водителдәренә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Улар алдында ла бит яуаплы бурыс - алғы һыҙыҡҡа Башҡортостандан ярҙам оҙатыу тора.
Гөлназ Хәйбуллина