Унда ҡала панорамаһы фонында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле менән Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры бинаһы төшөрөлгән. Иҫтәлекле мисәтләү Өфө почтамтында үтте. Номиналы 50 һумлыҡ марканың тиражы 90 мең дана.
Марка сығыу уңайынан тәүге көн өсөн Өфө менән Мәскәүгә тәғәйенләнгән конверттар һәм штемпелдәр ҙә сығарылған. Бынан тыш, 2019 йылда «Рәсәй ҡалалары һәм субъекттары гербтары» почта шәлкемендә сыҡҡан Өфө гербы төшөрөлгән маркала яңы текст һәм номинал баҫылған. Яҙма баш ҡаланың 450 йыллығына арнала.