Башҡортостанда Ҡорбан байрамына әҙерлек бара

Изге байрам - Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. 16 июндә үтәсәк ҙур дини сараға төбәктә әҙерлек күптән башланған. Һарыҡ аҫраусылар Ҡорбан байрам осоронда малға ихтыяж бер нисә тапҡыр арта тип билдәләй. Шишмә районы эшҡыуары Таһир Шаянов йылдағыса йөҙләп һарыҡты ҡорбан итеп салыуға әҙерләгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Эшҡыуар Таһир Шаянов һарыҡсылыҡ менән осраҡлы шөғөлләнә башлаған. Туҡһанынсы йылдарҙа уның туйына 4 һарыҡ бүләк итәләр һәм ул тормошо иптәше менән мал үрсетә башлай. . Бөгөн уларҙың һарыҡтары 400 -ҙән ашыу башҡа етә һәм малҡайҙар Ҡорбан байрам осоронда күпләп һатыуға сығарыла .

Тау башында хуш еҫле үлән ашап үҫкән һарыҡтың ите тәмле лә, хәләл дә була ти Шаяновтар.Ҡорбанға салынасаҡ мал мотлаҡ йорт хайуандарынан булырға тейеш. Һарыҡ, кәзә, үгеҙ, һыйыр, дөйә малы рөхсәт ителә , ә йылҡы малын ҡорбан итеп салырға ярамай.

Ҡорбан салыу санитар талаптарға ярашлы , махсус йыһазландырылған урындарҙа атҡарылырға тейеш. Башҡортостанда ҡорбан салыу өсөн 60 майҙансыҡ ойошторолған.

Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе ашай, ҡалғанын туған­да­рына, күрше­ләренә, етемдәргә һәм мохтаждарға өлә­шә ала. Матди яҡтан хәлле мосолмандар итте тотош таратып та бирә ала, ә аҙ тәьмин ителгәндәргә ҡорбанды ғаиләһенә ҡалдырыу ҙа рөхсәт ителә.

Флорида Ким