Стәрлетамаҡтың Гагарин исемендәге паркында «Тирмә» мобиль интерактив музей асылды

Был проект быйыл президент гранттары фондының беренсе конкурсы еңеүсеһе. Башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен танытыуға йүнәлтелгән проект Айнур Үтәев башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Бай экспонаттар менән танышыуҙан тыш, тирмәлә уҡыусылар өсөн башҡорт көнкүрешен белеүгә квестар, боронғо йолалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли биҙәүестәр йыйыу, уйындар һәм уҡтан атыу ҡаралған. Бынан тыш, тарихи костюмдар реконструкторҙары, халыҡ художество мәҙәниәте белгестәре менән онлайн-осрашыуҙар, традицион башҡорт кейеме элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.