Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Радий Хәбиров 50 йыл элек һалынған ваҡыт капсулаһын асты

Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 50 йыл элек һалынған ваҡыт капсулаһын асты. Рәсәй көнөндә үткән тарихи сарала ярты быуат элек хатты һалыусы комсомол ағзалары ҡатнашты. Бөгөн хаҡлы ялдағы элекке уҡыу алдынғылары 50 йыл элек Өфөнөң 400 йыллығына бағышланған байрамды иҫкә алды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Рәнүс Насретдинов 50 йыл элек комсомол ағзаһы, уҡыу алдынғыһы булараҡ киләсәк быуынға ваҡыт капсулаһын һалыуҙа ҡатнашҡан. Ул ғүмере буйы төҙөлөш тармағында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәсәй көнөндә замандашыбыҙ Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән бергә ярты быуат элек һалынған тарихи хатты асыу тантанаһында ҡатнашты.

1974 йылда һалынған капсуланың эсендә «Вечерняя Уфа» гәзитенең байрам уңайынан баҫтырылған һаны, Өфөнөң 400 йыллыҡ юбилейына саҡырыу ҡағыҙы, баш ҡалаға бағышланған ғилми-ғәмәли конференция программаһы һәм киләсәк быуындарға теләктәр һаҡланған.

Киләсәк быуындарға ваҡыт ҡапсулаһын һалыу идеяһын ҡаланың ул саҡтағы комсомол комитеты секретары Валерий Ижорский тәҡдим иткән. Капсула ярты метр самаһы төргәкте хәтерләтә. Ул Башҡортостанда ҡойолған суйын корпусҡа һалынған.

Киләсәк быуындарға капсула һалып ҡалдырыу йолаһы Мәскәү комсомолдарынан башланған. Ғәҙәттә, тарих сәләмен туплаған капсулаға киләсәк быуынға өмөттәр һәм маҡсаттар туплана.

Флорида Ким