Республика район-ҡалаларынан йыйылған малай-ҡыҙҙар өсөн төп документты төбәк етәксеһе ҡулынан алыу иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде. 14 йәше тулған малай-ҡыҙҙар «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы ағзалары. Улар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, яҡшы билдәләргә уҡый һәм илһөйәрлек йүнәлешендәге проекттарҙы тормошҡа ашыра. Республикала үҫмерҙәргә тәүге паспортты тантаналы шарттарҙа тапшырыу патриотик тәрбиәнең бер өлөшө булып тора.