Башҡортостан Президент грантына конкурс еңеүселәре буйынса илдә иң яҡшы ун төбәк исемлегенә инде

Башҡортостан мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә Рәсәй Президенты грантына конкурс еңеүселәре буйынса илдә иң яҡшы ун төбәк исемлегенә инде. Республиканан 25 проект 21 миллион һумға финансланасаҡ. Атап әйткәндә, балалар фестивалдәре, уҡыу буйынса ғаилә академияһы, театр һәм кино проекттары, мәҙәниәт өлкәһендәге стартаптар еңеүсе тип табылды.