Юлаевсылар сафы Канаданан тағы бер уйынсы менән тулылана

“Салауат Юлаев” хоккей клубы Нэйтан Тодд менән килешеү төҙөргә ниәтләй. 28 йәшлек спортсы уҙған миҙгелдә Америка хоккей лигаһында “Сан-Хосе Барракуда” командаһы составында булған. Әйткәндәй, был клубта яҡташыбыҙ, Өфө егете Шакир Мөхәмәҙуллин уйнай. Әле юлаевсыларҙа Канаданан Джошуа Ливо сығыш яһай.