“Рәсәй тимер юлы” компанияһы беҙҙең республикаға алты вагонлы заманса состав тапшырҙы. Ҡала яны поезы халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған маршруттарға сыға. Уңайлы вагондар заманса йыһазландырылған, инвалидтар өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Башҡортостанға “Ҡарлуғас” атамалы беренсе тиҙ йөрөшлө поезд ике йыл элек килде. Көн һайын 3 меңдән ашыу пассажир уңайлы вагондарҙа йөрөй. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тимер юлда пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға бәйле эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.