Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ошо көндәрҙә Тәнәй һәм Павловка ауылдары араһындағы трассаға асфальт түшәлә. Бының өсөн “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 47 миллион һум бүленгән. Благовещен ҡалаһынан Нуриман районы Павловка ауылына тиклем юлдың оҙонлоғо 65 километр. Быйыл башҡа участкаларҙа ла ремонт үткәрелә.