«Яҡын Өфө» проекты сиктәрендә ҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт, билдәле шәхестәр менән аралашыу, сара аҙағында сәй эсеү ҡаралған. Өфөгә бағышланған байрамда һәр кеше ҡатнаша ала - балалар, студенттар, өлкән йәштәге граждандар өсөн иҫтәлекле программа ойошторола. Проектҡа ярашлы 13 июндә баш ҡалала йәйгеһен үтәсәк мәҙәни саралар буйынса лекция, 14 июндә ғаилә өсөн Өфөлә ҡаралған маршруттар тураһында оҫталыҡ дәресе алып барыла. «Яҡын Өфө» проекты «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.